Ауыл уттары
+5 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Октября , 14:23

Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәһенең үҫеше менән танышты

11 октябрҙә Республика көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды һәм уның эргә-тирәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөнөң Киров районында 20 метр бейеклектәге стела 2022 йылдың ноябрендә асылды. Монумент республика халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә бағышлана. Ул йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһына фронт өсөн продукция сығарған тиҫтәләгән завод эвакуациялана. Республикала етештерелгән нефть самолеттарға һәм танктарға яғыулыҡ бирә, ә Өфө моторҙар эшләү заводы (Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү заводы) истребителдәр өсөн моторҙар сығара. 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Өфө хеҙмәт батырлығы ҡалаһы статусына эйә булды.

Стела асылғандан һуң, уның эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәрен башланылар, майҙансыҡтарында экспозиция булдырыла. Радий Хәбиров бында ҡуйылған яңы объекттарҙы ҡараны. Улар араһында Як-3 самолеты һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы хөрмәтенә аталған караптар макеттары бар.

Мәҫәлән, Як-3 Бөйөк Ватан һуғышы осоронда иң күп эшләп сығарылған совет истребителе була һәм фронттың төп участкаларында һауа өҫтөнлөгөн тәьмин итә. Унда Өфөлә сығарылған төрлө модификациялы моторҙарҙа осҡан.

«Өфө» сик буйы патруль карабы 2023 йылдың 29 декабрендә сафҡа инде. 2024 йылда экипаж Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап әле урынлашҡан еренә күсә һәм Тымыҡ океан флоты составында хеҙмәт итә. Республика кораблгә һәм уның экипажына даими ярҙам күрһәтә, унда Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылыусылар ҙа бар.

«Өфө» ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһе 2022 йылда рәсми рәүештә Тымыҡ океан флоты составына индерелә. Уны һыуға төшөрөү тантанаһында Башҡортостан Башлығы ҡатнашҡайны. «Өфө» акустиктарға күренмәүе һәм объекттарҙы асыҡлау алыҫлығы, ҡеүәтле торпеда һәм ракета ҡоралланыуы менән айырылып тора. Билдәләп үтергә кәрәк: республика флотта хеҙмәт итеүгә мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, иң яҡшы призывниктарҙы шефлыҡҡа алынған карапҡа ебәрә, китапханаһын Башҡортостан авторҙарының әҫәрҙәре менән тулыландыра.

Башҡортостан шефлыҡҡа алған караптар иҫәбендә шулай уҡ – «Сообразительный» корветы һәм «Иван Грен» ҙур десант карабы.

Бынан тыш, стела эргәһендәге биләмәлә Су-25 самолет-штурмовиктары өсөн сығарылған Р95ш турбореактив двигателе макеты ҡуйылған. Моторҙы Социалистик хеҙмәт Геройы Сергей Гаврилов етәкселегендә уйлап сығарғандар һәм уны 1980 йылдан Өфөлә эшләйҙәр.

Шулай уҡ бында Куйбышев тимер юлы – «Рәсәй тимер юлы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикаға бүләк иткән «Л-3589» совет йөк паровозын, М-105ПФ авиация двигателен, нефть һурҙырғысты, карап якорьҙарын, ГАЗ-АА «полуторкаһын», вертикаль-фасонлы-йышыу станогын күрергә мөмкин.

Асыҡ һауала ойошторолған йөкмәткеле күргәҙмә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика Хөкүмәтенә һәм ҡала хакимиәтенә уны яңы экспозициялар менән тулыландырырға ҡушты.

– Бында республикабыҙ сәнәғәтенең совет осорондағы ҡаҙаныштарының ҙур булмаған күргәҙмәһе урынлаша. Был теманы өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, шуға күрә план әҙерләргә һәм биләмәне артабан киңәйтергә кәрәк. Һәм мотлаҡ бында балаларҙы алып килергә, ил, кешеләр тураһында һөйләргә һәм уларҙың тарихи хәтерен формалаштырырға. Кешеләр стелаға килеп етә алһын өсөн, Октябрь Революцияһы урамының йәйәүлеләр өсөн өлөшөн ошо урынға еткереү идеяһы бар. Пландар күп, барыһын да эшләргә Хоҙай көс бирһен, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан халҡының һуғыш йылдарындағы һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы батырлығын баһалағаны өсөн Президентыбыҙға рәхмәт. Беҙ Ишембайҙа хеҙмәт батырлығы стелаһын проектлай башланыҡ, уны 2027 йылда ҡуйырға планлаштырабыҙ.
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас