Бөтә яңылыҡтар

Күңелендә - рух, йөрәгендә - телгә һөйөү йөрөтөүселәр

Ошо көндәрҙә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Унда  Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, күрше өлкәләрҙән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар ҡатнашты. Йәмғеһе 316 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙ белемдәрен һынап ҡараны.  

Был олимпиадала районыбыҙ намыҫын дүрт уҡыусы яҡланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса, йөкмәтелгән һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Ғәзизә Ҡолһарина (етәксеһе Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаева) призёрҙар иҫәбенә инде. Юлдыбай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Камелия Булатова (етәксеһе Фирҙәүес Әбделхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова) Өфө һәм фән технологиялар университетының «Аманатҡа тоғролоҡ» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығының ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнеүселәр – Матрай урта мәктәбе уҡыусыһы Амалия Сөләймәнова (етәксеһе Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова) һәм Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Лиана Әбделмәнованы (етәксеһе Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаева) уңыштары менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!

Уҡыусыларҙы әҙерләгән, һәр саҡ яндарында булған, ярышҡа сәм уятҡан уҡытыусыларға һәм районыбыҙ данын яҡлап ҡатнашҡан балаларға артабан да уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Күңелендә - рух, йөрәгендә - телгә һөйөү йөрөтөүселәр
Күңелендә - рух, йөрәгендә - телгә һөйөү йөрөтөүселәр
Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: