Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2018, 18:13

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, бер күҙеңдән ҡайнар йәш тама...

Ҡыуаныслы ла, һағышлы ла байрам ул – Еңеү көнө. 1945 йылдың 9 майынан һуң ергә 73-сө тапҡыр килгән оло байрам әле лә үҙенең әһәмиәтен, көсөн юғалтмай. Арабыҙҙа һуғыш ветерандары кәмегән һайын Еңеүҙең баһаһы, киреһенсә, арта бара, уның донъя кимәлендә тотҡан урынын нығыраҡ аңлайбыҙ, ҡәҙерен нығыраҡ тоябыҙ төҫлө...

9 май көнө райондың һәр бер ауылында үткән байрам тантаналары ошо хәҡиҡәтте тағы бер ҡат раҫланы. Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын еңеүҙә илебеҙҙең, совет һалдатының ролен түбәнһетеп, кәмһетеп күрһәтергә маташыусылар Ер шарының төрлө төбәктәрендә табылып тороуға ҡарамаҫтан, Ватаныбыҙҙа был байрамға ҡарата ихтирам ҙур. Атай-олатайҙар рухы йәшәй, уларҙың батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары өлгө булыуҙан туҡтамай.


ЙЫЛАЙЫР.

Район үҙәгендәге тантаналар, йола буйынса, байрамда ҡатнашыусыларҙың район хәрби комиссариатының боронғо бинаһы эргәһенә колоннаға теҙелеүенән башланды. Хәрби музыка аҫтында колонна хәрәкәткә килә. Район үҙәгендәге бөтә хеҙмәт коллективтары вәкилдәренән, уҡыусыларҙан торған колонна һәләк булған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә тиклем тантаналы марштар аҫтында барҙы.

Яу яланында мәңгелеккә ятып ҡалғандар, ут эсенән иҫән сығып та тыныс тормошта яраларынан мәрхүм булғандар, ғүмере буйы үҙ йөрәктәрендә һуғыш күренештәрен йөрөткән сал сәсле яугирҙәр, гүйә, тағы сафҡа баҫты был көндө. Хәҙер инде халыҡ хәрәкәтенә әйләнгән “Үлемһеҙ полк” акцияһында район үҙәгенән генә 1600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Унда йәштәр менән бер рәттән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине.


Һәр кем ҡартатаһы, атаһы, әсәһе төшөрөлгән портреттар менән сыҡҡан. Был көндө бөтәһен дә һуғыш ветерандарына булған хөрмәт берләштерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған митингыла сығыш яһау өсөн һүҙ район ветерандар советы рәйесе Н.И.Булавинаға бирелде.

Надежда Ивановна: “Бөйөк Еңеү байрамы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле байрам. Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта күп юғалтыуҙар һағышы менән һуғарылған байрам. Был көндө беҙ ошо бәхетле Бөйөк Еңеү көнөн бүләк итеп, батырҙарса һәләк булғандарға, һуғыш яланында ятып ҡалғандарға һәм әлеге көндә лә беҙҙең менән бергә булған ветерандарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”, – тине.

Унан һуң митингыла ҡатнашыусылар Бөйөк Еңеүгә лайыҡлы өлөш индергән яугир яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын тороп иҫкә алды һәм обелискыға сәскәләр һалды.

Артабан байрам тантанаһы үҙәк майҙанда дауам итте. Унда йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡотланы.

“Бөгөн илебеҙ иң яҡты һәм хөрмәтле байрам – Еңеү көнөн билдәләй. Тарихыбыҙҙа 9 Май көнө – рәсәйлеләрҙең һәр ғаиләһе өсөн изге көн булараҡ билдәләнә. Ул – хәрби дан һәм патриотизм, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһө. Ваҡыт үтеү менән халҡыбыҙҙың батырлығы сағыулығын юғалтмай, киреһенсә, был көн беҙҙән ни тиклем алыҫайған һайын, беҙ уның бөйөклөгөн аңлай барабыҙ”.

Бөгөнгө көндә районда бер һуғыш ветераны һәм 250-нән ашыу тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Байрам айҡанлы һәр ветеран Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы айҡанлы Башҡортостан Башлығы Р.З.Хәмитовтан, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллиндан ҡотлау открыткалары алды.

Үҙәк майҙанда район халҡы Еңеү көнө символы – һалдат бутҡаһы, бер телем ҡара икмәк һәм ҡара сәйҙән ауыҙ итте. Фронт кухняһын, йылдағыса, Йылайыр коррекция интернат-мәктәбе хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән ине. Байрам сараһы район ял һәм мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды. Көндөң икенсе яртыһында үҙәк майҙанда спорт саралары, концерт булды. Шунда уҡ, йылдағыса, хәҙер инде матур йолаға әүерелгән “Хәтер майшәме” акцияһы үтте. Сара фейерверк менән тамамланды.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотолары.


Читайте нас: