Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2019, 19:26

Һалдат һуғышты һайламай...

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Матрай урта мәктәбендә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын Афғанстан ерендә үтәгән Рәмил Рауил улы Йосопов менән осрашыу уҙғарылды.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Матрай урта мәктәбендә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын Афғанстан ерендә үтәгән Рәмил Рауил улы Йосопов менән осрашыу уҙғарылды.
Сара яугир-интернационалистарға бағышланған йыр менән башланып китте. Шунан унда һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Артабан батырлыҡ дәресен алып барыусы тарих үҡытыусыһы Гөлиә Рәйес ҡыҙы уҡыусыларға Афғанстан демократик республикаһында тиҫтә йыл буйына барған ҡанҡойош хаҡында һөйләне. 1979 йылдың декабрендә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең сит биләмәгә индерелеүе, егеттәребеҙҙең унда хәрби интернациональ бурысын ҡаһармандарса үтәүе хаҡында ваҡиғаларҙы фотослайдтар ярҙамында бәйән итте.
Артабан ҡунаҡҡа һүҙ бирелде. Рәмил Рауил улы сит ерҙә хеҙмәт иткән осорондағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, армия тормошо тураһында һөйләне, балаларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Кисә музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. 10-сы синыф уҡыусылары «Солдат молоденький» йырын башҡарҙы. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы Юнир Әмир улы Рыҫкилдиндең дә моңло та-
уышлы булыуын белдек. Ғәлийән Радик улы Искәндәровтың гитарала уйнап, йырлауы ла бөтәһенә лә оҡшаны. 8-се синыф уҡыусылары Иҙел Хәсәнов, Зөлфиә Хәсәнова афған һуғышы тураһында шиғырҙар һөйләне.
Сара һуңында мәктәп директоры Миңлеғәле Ирғәле улы Ҡасимов һәм уҡытыусы Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы Ғәлләмова яугирҙе ошо ҙур дата менән ҡотланы, рәхмәт белдерҙе.
Матрай ауылы китапханасыһы Зөбәржәт Сәлимйән ҡыҙы Дәүләтҡолова «Афғанстан – йөрәк яраһы» тип аталған фотокүргәҙмә менән таныштырҙы.
Осрашыу сәй табыны менән тамамланды.
З.Сәлимйәнова.
Читайте нас: