Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2019, 18:27

“Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-е иҫкәртә:

1 марттан 31 мартҡа тиклем “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-е көнкүрештә газдан хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығын үткәрә.

1 марттан 31 мартҡа тиклем “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-е көнкүрештә газдан хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығын үткәрә.
Яңы 2019 йыл алдынан Магнитогорск ҡалаһында бер йортта булған шартлау бөтә илде шаңҡытты. Белеүегеҙсә, 31 декабрҙә ҡот осҡос фажиғә – ун ҡатлы йорттоң емерелеүе арҡаһында 39 кеше һәләк булды. Фатирҙарҙың береһендә йә подъезда тупланған көнкүреш газының шартлауы – тәфтиштең төп версияһы булып ҡала.
Газ тупланыуҙың сәбәбе һәр ваҡыт бер – ябыҡ бүлмәләрҙә вентиляция булмау. Ҡулланыусы эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдыра, горелкала ут һүнә, форточка һәм вентиляция каналдары ябыҡ, ә төтөн юлы юҡ йә уның тартыу көсө етмәй – тап ошондай осраҡта фажиғә килеп сыға ла инде. Статистика күрһәтеүенсә, бәлә-ҡазала ғәйеп газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған хужаларҙың үҙҙәрендә булып сыға.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу һәм төтөн юлдарын төҙөк тотоу өсөн йорт хужалары яуаплы.
Үҙ сиратында, торлаҡ фондын хеҙмәтләндереүсе ойошмалар күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен хеҙмәтләндереү эштәрен башҡарыу буйынса кәрәкле килешеү төҙөү сараларын күрергә те-йеш. Был ойошмалар вентиляция каналдарын һәм төтөн юлдарын техник хеҙмәтләндереү бурыстарын башҡармаған өсөн йортта йәшәүселәр алдында юридик яуаплылар.
Торлаҡ йорттарҙы һәм сәнәғәт предприятияларын газ менән тотҡарлыҡһыҙ һәм хәүефһеҙ тәьмин итеп тороу – махсуслаштырылған газ бүлеү ойошмаһы булараҡ, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп бурысы.
Ә был бурысты үтәр өсөн газ селтәрҙәрен дә, газ ҡорамалдарын да даими рәүештә техник хеҙмәтләндереп торорға кәрәк.
Йорт эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡорамалды эшләп сығарыусы ҡуя, ләкин ул йылына 1 тапҡырҙан да һирәк булырға тейеш түгел. Газ ҡорамалының уны эшләп сығарыусы ҡуйған хеҙмәт итеү срогы үткәс, уларҙы техник хеҙмәтләндереү шулай уҡ йылына кәмендә 1 тапҡыр үткәрелергә тейеш. Техник хеҙмәтләндереү газ ҡулланыусы менән килешеү нигеҙендә башҡарыла һәм эшләнгән эштәрҙе ҡабул итеү акты буйынса бер тапҡыр түләнә.
Һүҙ аҙағында газ приборҙарын файҙаланғанда мотлаҡ үтәлергә тейешле ябай ғына ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ:
– газ менән эшләгән һыу йылытҡыстарҙы, йылытыу мейестәрен ҡабыҙыр алдынан һәр ваҡыт төтөн юлының тартыу көсөн нәҙек кенә ҡағыҙ киҫәге йәки махсус прибор ярҙамында тикшерегеҙ;
– газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;
– вентиляция каналдарында тартыу көсө булыу-булмауын тикшерегеҙ;
– вентиляция каналының рәшәткәһе өҫтөнә обой йәбештермәгеҙ;
– күп фатирлы йорттарҙа шыйығайтылған газлы баллондарҙы ҡулланмағыҙ;
– газ торбаларына бау бәйләп, плитә өҫтөнә кер киптерергә элмәгеҙ;
– газ ҡорамалын файҙаланғанда форточканы асып ҡуйығыҙ;
– ҡулланып бөткәс, газ ҡорамалындағы һәм торбалағы крандарҙы ябып ҡуйығыҙ.
Төнгөлөккә һәм өйҙән сығып китер алдынан газ приборҙарының һүндерелгән булыуын мотлаҡ тикшерегеҙ! Эшләп торған газ приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа бүлмә-биналарҙа газ еҫен йәки газ сығыуын тойһағыҙ, газды ябығыҙ, ишекте һәм тәҙрәләрҙе асып, бинаны елләтегеҙ, газ ҡорамалын файҙаланыуҙы туҡтатығыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр утын һәм приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, тышҡа сығып, 04 (кеҫә телефонынан – 104) телефонына шылтыратып, авария хеҙмәтен саҡыртығыҙ. “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең авария-диспетчер хеҙмәте бөтә республика территорияһында тәүлек әйләнәһенә эшләй.
“Газпром газ бүлеү Өфө”
асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Читайте нас: