Миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылдың 22 июненән алып, Бөйөк Еңеү көнө килтергән 1945 йылдың 9 майы арауығында фронтта һәм тылда оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ сафы йылдан йыл һирәгәйә бара. Шул шанлы осор һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләү, баҡыйлыҡҡа күскәндәрен иҫкә алыу бөгөн һәр кемебеҙҙең изге бурысы.
Еңеү байрамын билдәләгән көндәрҙә Мәҡсүт ауылында бик матур сара – яу һәм тыл ветерандарына хөрмәт күрһәтеү көнө үткәрелде. Ауыл яугирҙары ерләнгән зыярат, улар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл яны тәртипкә килтерелде, мәсеттә әруахтар рухына аяттар уҡылды.
Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенән хәрби кейем кейгән бер төркөм активистар ауыл халҡын хәтер митингыһына йыйҙы. Яу ҡорбандарының исемдәре ҡысҡырып уҡылды, һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалынды, Ҡөрьән аяттары яңғыраны. Мәҡсүттәрҙе шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа Еңеү байрамы менән район Советы депутаты Илфат Алғышаев, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөһрә Зәйнуллина, хеҙмәт ветераны Ильяс Такалов ҡотланы. Сарала тыл ветерандары Сәғиҙә Аллабирҙина менән Тәнзилә Шәриповаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Хәтер митингыһынан һуң сарала ҡатнашыусылар ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бешергән һалдат бутҡаһы һәм мул табын ризыҡтары менән һыйланды. Ауыл урамы уртаһында әҙерләнгән өҫтәл артында гармунға ҡушылып һуғыш осоро, хәрби йырҙар башҡарып, күңелдәренә ял алдылар, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән ауылдаштарын иҫкә алдылар.