Сентябрҙең беренсе аҙнаһында эҫе булыуы көтөлә, тимәк, форсаттан файҙаланып, урманға, бәшмәк йыйырға ашығығыҙ, ә инде тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусыларға ла көҙгө мәшәҡәттәрҙән арынып торорға кәңәш итәбеҙ. Ғаиләгеҙ, дуҫ-иштәрегеҙ менән йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеп ҡалығыҙ. Сөнки 10 сентябрҙән һуң ямғырҙар башланасаҡ, яуым-төшөмлө һауа торошо ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Сентябрҙең һуңғы көндәрендә генә термометр баҫҡыстары +14, +16 градусҡа тиклем күтәреләсәк.