Шулай уҡ ҡабаҡта эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡан да ҡабаҡ – иң яҡшы сара икән. Бынан тыш, ул йыуан эсәктәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрө ауыртҡандарға көн һайын ҡабаҡ һуты эсергә кәңәш ителә.
Йәшелсәнең составына ингән А һәм Е витаминдары йыйырсыҡтарҙы бөтөрә, сәсте һәм тырнаҡтарҙы нығыта.
Ҡабаҡ орлоғо токсикоз менән интегеүсе буласаҡ әсәләргә лә файҙалы. Ярты стакан орлоҡ күңел болғаныуынан ҡотолдорор.