Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 19:06

Ә һеҙ беләһегеҙме: пенсия алды йәшендәгеләргә пенсионерҙар льготаһы бар.

Уны алыу өсөн үҙегеҙҙең һалым инспекцияһына ғариза яҙырға һәм улар һораған справканы бирергә кәрәк
Пенсия алды йәшендәгеләр мөлкәт һалымы буйынса үҙҙәренә тейешле льготаларҙан файҙалана ала. Быны нисек эшләү тураһында, һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә һылтанып, ppt.ru сайты аңлата.
Пенсия алды йәшендәге кешеләрҙең мөлкәт һалымы буйынса льгота алыу тәртибен Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте үҙенең 2019 йылдың 25 июлендәге БС-2-21/940@ һанлы хатында аңлатҡан. Пенсияға сығырға 5 йыл һәм унан әҙерәк ваҡыт ҡалған граждандарҙың бындай хоҡуғы РФ Һалым кодексына төҙәтмәләр индергәндән һуң барлыҡҡа килде. Был төҙәтмәләр быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә инде.
РФ Һалым кодексының 407-се статьяһы 1-се пунктының яңы редакцияһына ярашлы, пенсия алды йәшендәгеләргә, йәғни үткән 2018 йыл аҙағына пенсия тәғәйенләү өсөн кәрәкле бөтә шарттарға тап килгән граждандарға, пенсионерҙарҙыҡы кеүек, мөлкәт һалымы буйынса льгота тейешле. Ул ғариза буйынса ғына бирелә, шуға ла уны алыу өсөн үҙеңдең пенсия алды йәшендә булыуыңды раҫлатырға һәм һалым хеҙмәте инспекцияһына ғариза бирергә кәрәк.
Закон кешенең пенсия алды йәшендә булыуын Пенсия фондынан раҫлатыуҙы талап итә. Сөнки кешегә был статус уға тейешле бөтә пенсия льготаларын иҫәпкә алып бирелә, шуға ла ҡайһы бер граждандар, мәҫәлән, күп балалы әсәләр йәки Алыҫ Төньяҡта йәшәгәндәр өсөн ул ярайһы уҡ иртә башлана. Үҙеңдең пенсия алды йәшендәге кеше статусына эйә булыу-булмауыңды белешеү өсөн йәшәгән йәки эшләгән урыныңдағы Пенсия фонды инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һалым хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең үрҙә телгә алынған хатында аңлатыуынса, быны эшләү һәм тейешле запрос биреү өсөн һәр кем түбәндәге ысулдарҙың үҙенә уңайлы булғанын һайлай ала: мәҫәлән,
– Пенсия фондының территориаль органына шәхси ҡабул итеүгә яҙылырға;
– запрос менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә;
– запросты почта аша ебәрергә;
– запросты Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы йәки Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтындағы “Страховкаланған кешенең шәхси кабинеты” аша электрон формала ебәрергә була.
(Мәҡәләне тулыһынса “Ауыл уттары” гәзитенең 6 сентябрҙәге 72-се һанында уҡый алаһығыҙ)