Яңыраҡ Урал Хәйретдин улы йәнә редакцияға килде һәм үҙенең алыҫ сәфәре – атаһының һуңғы төйәге – Новгород өлкәһенең Старая Русса районына ҡараған Волышево ауылында урынлашҡан туғандар ҡәберлегенә барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Һәм был туралағы мәҡәләне “Мин атайыма барып ҡайттым” тип исемләргә булыр ине.
Зөбәржәт Һиҙиәтованың ошо турала “Балаларыма ҡалдырыр мираҫым бар!” тигән мәҡәләһен “Ауыл уттары” гәзитенең 76-сы һанында уҡығыҙ. Гәзитте Йылайыр почта бүлексәһендә һатып алырға була, шулай уҡ “Ауыл уттары” сайтында “Архив” бүлегенә инеп, үҙегеҙгә кәрәкле һанды һатып ала алаһығыҙ.
Әйткәндәй, “Ауыл уттары” гәзитенә 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу бара. Үҙебеҙҙең район гәзитен алдырығыҙ, үҙегеҙ ҙә яҙышығыҙ. Мәҫәлән, киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, ошо ҙур датаға ҡарата үҙегеҙҙең яугир атай-ҡартатайҙарығыҙ тураһында белгәндәрегеҙҙе башҡалар менән дә уртаҡлашығыҙ. Уларҙың исеме халыҡ хәтеренән юйылырға тейеш түгел.