Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 13:58

Ҙур өйгә ни кәрәкһә...

Иҫке Яҡуп райондың иң боронғо ауылдарынан һанала. Бөгөнгө көндә бында медпункт, Ишмулла Дилмөхәмәтов музейы, мәсет эшләп килә, ауыл клубы, башланғыс мәктәп биналары һаҡлана.
18 генә йортло ауылда йәшәүселәрҙең күп өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Берәүҙәре вахта ысулы менән Себер тарафтарында, башҡа яҡтарҙа эшләп йөрөһә, икенселәре мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп көн итә. Һәр өйҙә тиерлек – еңел машина, байтағында трактор, йөк машинаһы бар. Ғөмүмән, ауылда айыҡ тормош алып барған эшһөйәр, тырыш, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй.
Июнь аҙаҡтарында ауылда йыйын булып үтте. Унда район Советы секретары Фәнил Нәҙерғолов, Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Әбдрәхимов ҡатнашты. Йыйында бик күп мәсьәләләр күтәрелде. Шуларҙың иң мөһимдәре – эсәр һыуға ҡытлыҡ; телефон бәйләнеше юҡлығы; төндә урамдарҙың насар яҡтартылыуы.
Ошо уҡ йыйында киләһе йыл июнь айында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү тураһында һөйләшеү булды, ҡарар ҡабул ителде.
(Иҫке Яҡуптан Буранбай Дилмөхәмәтовтың “Ҙур өйгә ни кәрәкһә, бәләкәйенә лә шул кәрәк” тигән мәҡәләһен “Ауыл уттары” гәзитенең 20 сентябрҙә сыҡҡан 76-сы һанында уҡығыҙ. Гәзит өйөнә килмәгәндәр уны Йылайыр почта бүлексәһендә һатып ала ала. Үҙегеҙ теләгән һандың электрон вариантын “Ауыл уттары” гәзите сайтының (http://rbsmi.ru/aul_uttara) “Архив” бүлегенә инеп һатып алырға була.
Шулай уҡ,ҡәҙерле яҡташтар, 2020 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу барыуын онотмайыҡ. Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең райондың патриоттары булайыҡ,ҡиммәт тип тормай (ә нимә арзан хәҙерге заманда?) “Ауыл уттары”на яҙылайыҡ, тиражын арттырайыҡ!
Читайте нас: