Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:56

112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын бергә яҙайыҡ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты легендар генерал Шайморатов һәм уның яуҙаштарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында "Шайморатов вариҫтары" исемле халыҡ проектын иғлан итте. Акцияның төп маҡсаты – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында биографик мәғлүмәттәр туплап, исемлеген төҙөү.

1942 йылдың яҙында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа 3823 яугир фронтҡа киткән. Әле булһа ла ошо ҡаһарман башҡорт яугирҙәренең исемлеге төҙөлмәгән. 1942 - 1943 йылдарҙа ҡанлы яуҙа һәләк булған күпме ҡаһармандар онотолған.
Һеҙҙең ярҙам менән башҡорт дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен ҡайтарырға тигән изге маҡсат ҡуйғанбыҙ, тип яҙа Facebook селтәрендә тарихсы яҡташыбыҙ Азат Ярмуллин. Халыҡ проектына ихлас ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ, ти ул. Һеҙҙең олатайығыҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән булһа, уның турала мәғлүмәт ебәрегеҙ. Яугирҙең фотолары, хаттары һәм башҡа документтары булһа, сканирлап ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ. Һеҙ ебәргән мәғлүмәттәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы редакция коллегияһы туплап, киләһе йыл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең биографик белешмәһен сығарасаҡ һәм мәғлүмәт ебәргән кешеләргә ошо китап бүләк ителәсәк.
Шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемлеген туплаған сайт булдырыу планлаштырылған. Артабанғы йылдарға исемлекте тулыландырыу эше шул сайтта дауам итәсәк.
Ҡыҫҡаһы, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, республикала старт алған ошо акцияға ҡушылайыҡ: кемдәрҙә Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында бәләкәй генә булһа ла мәғлүмәт, фотоһүрәттәр, тарих һаҡлана – үрҙә әйтелгән адрестарға, “Ауыл уттары” гәзитенә, беҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмгә яҙып ебәрегеҙ – ҡаһарман яугирҙәр хаҡында иҫтәлектәр хәтеребеҙҙә, йөрәктә генә түгел, киләсәк быуындарға һабаҡ, иҫтәлек,Тыуған ил, тыныслыҡ хаҡына фиҙакәрлек, батырлыҡ өлгөһө булып китапта ла һаҡланһын!
Беҙҙең райондан Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан яҡташтарыбыҙҙың тулы булмаған исемлеге
(район музейында булған мәғлүмәттәр буйынса):
Аблаев Ғәлиулла
Аҡтүшев Бикмөхәмәт,
Атамбаев Хәкимйән
Бағышаев Әбйәлил
Байморатов Дәүләтша
Байморатов Ғәбитулла
Байморатов Һибәтулла
Батисов Ғәлимйән
Бикбулатов Ғәбитулла
Дәүләтҡолов Әғзәм
Журавлев Евгений
Ҡунаҡбаев Сәйфетдин
Ҡужабәков Салихйән
Мортаев Өмөтбай
Мортаев Хәлиулла
Салауатов С.
Солтанов Йосоп
Солтанов Мостафа
Солтангәрәев Сәйфулла
Тауылбаев Мөхитдин
Филиппов Иван
Юлдыбаев Шәкирйән.
Читайте нас: