Был проектҡа 60 миллион һум аҡса бүленәсәк. “Программаға 56 муниципаль берәмек ҡушыласаҡ. Бөгөн ауылдарҙа 130 тренер етешмәй. Тиҙҙән “Мәктәптәргә – спорт көрәше” программаһын башлап ебәреүҙе күҙ уңында тотоп, киләһе йылдан “Ауыл тренеры” проектын булдырасаҡбыҙ. Ул “Ауыл уҡытыусыһы” һәм “Ауыл табибы” кеүек үк, республика Башлығы указына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ”, — тине БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.