Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 753 557 мең кеше прививка алған. Тәү сиратта киҙеү менән сирләү хәүефе юғары булған категорияға ҡарағандарға: мәғариф һәм медицина учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға, студенттарға, хеҙмәткә саҡырылыусыларға, 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһала.
Вакцинация инфекцияны иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлы булып тора, ти белгестәр. Киҙеү менән сирләү өҙлөгөүгә һәм хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Грипҡа ҡаршы прививка ауырыу кимәлен кәметеүгә, сирҙе еңелерәк үткәрергә булышлыҡ күрһәтә, үлем осраҡтарын кәметә.