Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2019, 12:15

Октябрь айына һынамыштар

- Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә. - Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.

- 1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
- 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
- 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
- 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.
- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
- Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
- Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
- Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Читайте нас: