Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 17:24

Яҡуптар, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

6 октябрь, йәкшәмбе көнө, Иҫке Яҡуп ауылы гөрләп торҙо. Был көндө киләһе йыл билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм июнь айында үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек сиктәрендә беренсе ҙур өмә үткәрелде.

6 октябрь, йәкшәмбе көнө, Иҫке Яҡуп ауылы гөрләп торҙо. Был көндө киләһе йыл билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм июнь айында үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек сиктәрендә беренсе ҙур өмә үткәрелде.
Өмәлә ситтә йәшәгән ауылдаштар ¬– Баймаҡ районынан ирле-ҡатынлы Фәүс һәм Ғәлиә Исламғоловтар, Ильяс Исламғолов, Сибайҙан Тимерғәле һәм Мәхтимә Шәриповтар, Шамил Мәҡсүтов, Вәзирә Италмасова, Япарһаҙҙан Сөләймән Иғдәүләтов, Шәйхислам Исламғолов, Йылайырҙан Хәлимә Мырҙабаева, Вилдан Исҡужиндарҙың килеүе ҡыуаныслы булды. Ә ауылда йәшәүселәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ – барыһы ла бик әүҙем сыҡтылар өмәгә, бигерәк тә Гөлсинә Исҡужина, Юлай, Әнүәр, Гәүһәр Мәҡсүтовтарҙы, Өфөлә йәшәһә лә, йәйге осорҙа тыуған ауылына ҡайтып тороусы Әлзилә Кираманованы билдәләп үтке килә.
Өмә башланыр алдынан Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Әбдрәхимов ҡатнашлығында эшлекле һөйләшеү булды. Ауылдағы ташландыҡ йорт-ҡураларҙы, баҫыу-баҡсаларҙы тәртипкә килтереү, мәҙәниәт йортон эсле-тышлы биҙәү-матурлау һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Өмәлә ир-егеттәр башлыса ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ ерҙе кәртәләп алыу менән шөғөлләнде: ауылдаштар республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылырға һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап 75 төп ағас ултыртырға һөйләшеп килешкәйне.
Ҡатын-ҡыҙҙар мәҙәниәт йортоноң, мәсеттең ихатаһын, Һаҡмар йылғаһы ярының бер өлөшөн сүп-сарҙан таҙартты, йыйылған ҡыйҙы ситкә сығарып түгеүҙә үҙ тракторы менән килгән Ринат Исҡужин тырышып эшләне.
Бынан ике аҙна тирәһе элек (20 сентябрь. – Ред.) мин “Ауыл уттары” гәзите аша ауылдаштарға киләһе йыл ауылда Еңеү паркы булдырылыуы һәм ауылыбыҙ яугирҙәренә һәйкәл ҡуйылыуы, шуның өсөн һәр кемдән хәленән килгәнсә аҡса йыйылыуы тураһында мөрәжәғәт иткәйнем. Бөгөн иғәнә аҡсаһы йыйыла башлауы тураһында ҡыуанып хәбәр итә алам. Казначей итеп һайланған Гөлсинә Исҡужинаға беренселәрҙән булып ауылдан Мәйсәрә Хәсәнова, Әнүәр, Юлай Мәҡсүтовтар, Зифа Исламғолова, Йылайырҙан Хәлимә Мырҙабаева – 1-әр мең һум, Йылайырҙан Дилмөхәмәтов, Баймаҡ районынан Фәүс Исламғолов, Япарһаҙҙан Сөләймән Иғдәүләтов үҙ ғаиләләренән 2-шәр мең һум тапшырҙы. Үҙ араларынан иғәнә йыйыуҙа Сибайҙа Шамил Мәҡсүтов, Баймаҡ районында Ғәлиә Исламғолова, Япарһаҙҙа Сөләймән Иғдәүләтов, Хәйбулла районында Рафиҡ Исҡужин әүҙем эшләй.
Ошонда уҡ ауылдаштар 13 октябрҙә ағас ултыртыу, ауылды төҙөкләндереү буйынса тағы өмә үткәрергә ҡарар итте.
Ауылда торған, ситтә йәшәгән ауылдаштарға мөрәжәғәт итәбеҙ: әүҙем булайыҡ, ата-бабаларыбыҙ нигеҙ һалған, үҙебеҙ көн иткән йәнтөйәгебеҙҙе, йәмле Һаҡмар буйын тәртипкә килтереп, матур итеп тотайыҡ. Тырышһаҡ, беҙ булдыра алабыҙ. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тигән девизын һәр саҡ иҫтә тотоп, “Беҙ, яҡуптар, яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – тип, бер төптән булайыҡ!
Буранбай ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Читайте нас: