2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу пенсионерҙың пенсияһы индексацияланасаҡ, тип белдергәндәр РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында. Был турала РИА Новости мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Пенсия 6,6 процентҡа артасаҡ, был көтөлгән инфляция кимәленән байтаҡҡа – 3,8 процентҡа юғарыраҡ.
Шулай уҡ 2020 йылдың 1 апреленән дәүләт тәьминәте буйынса пенсияларҙы, пенсионерҙың 2019 йылдағы йәшәү минимумы артыуын иҫәпкә алып, яҡынса 7 процентҡа арттырыуҙы планлаштырыуҙарын әйткәндәр Хеҙмәт министрлығында. Был дүрт миллион самаһы кешегә, шул иҫәптән 3,2 миллион социаль пенсия алыусыға ҡағыласаҡ.
Хөкүмәт Пенсия фонды бюджеты тураһындағы закон проектын хуплаған.