Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:05

Телевизорҙар һүндереләсәк

2019 йылдың февраль айында Рәсәй Федерацияһы һанлы телевидениеға күсә башланы. Бөгөн, 14 октябрь, Башҡортостанда аналог форматындағы федераль телевизион тапшырыуҙар һүндереләсәк. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн телевизорҙы һанлы сигналға көйләргә кәрәк.

Һанлы телевидение, аналог менән сағыштырғанда, һүрәт һәм тауыш сифаты буйынса күпкә яҡшыраҡ. Һанлы сигнал торама пункттың урынлашҡан еренә, ҙурлығына ҡарамаҫтан, бөтә ерҙә лә тота.
“Һан”ға күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-TB, спутник ТВ менән ҡулланған граждандарға ҡағылмай.
Ҡалғандарға телевизорҙарын тикшерергә кәрәк – яңы моделдәр өҫтәлмә ҡоролмалар талап итмәй. Әгәр ҙә телевизор кинескоплы булһа йәки алты-ете йыл элек алынған икән, һанлы приставка кәрәк буласаҡ.
“Һан” менән ҡулланыусы абоненттарға бушлай 20 канал ҡарау һәм өс радиоканал тыңлау мөмкинлеге биреләсәк . Насар һауа торошо сигналға йоғонто яһамаясаҡ.
Читайте нас: