Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 17:22

Йылайыр һылыуы - гүзәллек бәйгеһендә

Йылайыр ауылы ҡыҙы Регина Ғансурина “Санкт- Петербургтың милли гүзәле – 2019” конкурсында ҡатнашасаҡ.

Регина 2001 йылда Йылайыр ауылында тыуған. Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһын тамалағандан һуң, быйыл Санкт-Петербург ҡалаһына уҡырға инә.
Гүзәллек бәйгеһенең финалы 8 ноябрҙә үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө милләт вәкилдәре – 14 ҡыҙ көс һанаша. Әлеге көндә Регина һәм конкурсант ҡыҙҙар был сараға әүҙем әҙерлек алып баралар: репитициялар, “өйгә эш” - милли ижади номер әҙерләү һәм милли ризыҡ бешереү , фотосессиялар...
Ҡыҙҙар йәмәғәт тормошонда ла бик әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар балалар йортондә бәләкәй генә концерт ҡуйырға йыйыналар.
- Был конкурста ҡатнашыуыма бик шатмын, милләтемдең намыҫын яҡлау минең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ. Барыһы ла тик үҙемдән тора, халҡымды лайыҡлы күрһәтермен тип ышанам, - ти Регина.
Иҫегеҙгә төшөрәйем, былтыр ошо конкурста Башҡортостан исеменән шулай уҡ беҙҙең район ҡыҙы Нәзифә Иҫәнбаева сығыш яһағайны. Йылайырыбыҙ һылыу һәм уңған ҡыҙҙарға бай булыуына ҡыуанырға ғына ҡала. Ә яҡташыбыҙ Регина Ғансуринаға уңыштар теләйек. Беҙ һиңә ышанабыҙ, афарин!
Читайте нас: