Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 17:41

Бер машина мәйет...

Бөйөк Британияла ябай булмаған машинаға юлыҡҡандар. Ышанмаҫһығыҙ! 39 мәйет тейәлгән йөк машинаһы табылған.

Машина Эссекс графлығында Уотерглейд сәнәғәт паркында торған. Үлтереүҙә ғәйепләнеүсе 25 йәшлек ир ҡулға алынған. Ул сығышы менән Төньяҡ Ирландиянан. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре был хәлгә асыҡлыҡ индереү менән мәшғүл. Билдәле булыуынса, йөк машинаһы илгә Болгариянан килгән. Бер ерҙә лә оҙаҡ тора алмаған, көслө еҫ сығыу сәбәпле, кешеләр уны ҡыуып ебәргән.
Читайте нас: