Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 16:57

Илдең ҡеүәте – халыҡтар берҙәмлегендә

Тиҙҙән Рәсәйҙә бик матур байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнәсәк. Был дата – илһөйәрлек, бер-береңә ярҙам итеү, татыулыҡ, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге байрамы.

Кисә райондың барлыҡ белем биреү ойошмаларында ошо датаға бағышланған саралар: тарих дәрестәре, китап күргәҙмәләре, класс сәғәттәре үтте. Саралар барышында уҡыусылар байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштылар.
Сараларҙы ойоштороусылар мәктәп балаларына дуҫлыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү халыҡтырҙың берҙәмлеген булдырыусы, күк йөҙө аҫтында тыныслыҡ урынлаштырыусы кешенең төп сифатары икәнен еткерергә тырыштылар. Киләсәктә уңышҡа ирешәбеҙ тиһәк, беҙ йәшкә, сәйәси ҡараштарға, һөнәргә, милләткә ҡарамаҫтан, бергә булырға тейешбеҙ. Илдең ҡеүәте – халыҡтарҙың берҙәмлегендә.
Василий Климов фотолары.
Читайте нас: