Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 18:16

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары итеп Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары итеп Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова тәғәйенләнгән.Министрлыҡта ул бюджет-финанс һәм капитал һалыуҙар мәсьәләләрен алып барасаҡ.

Гөлдәр Хәмитова 1964 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районында тыуған.
“Хоҡуҡ фәне” специальносы буйынса Башҡорт дәүләт университетын һәм “Финанстар һәм кредит” специальносы буйынса Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған.
1986-1987 йылдарҙа – Дүртөйлө районының Ленин исемендәге колхозында комсомол ойошмаһы секретары.
1987-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты.
1992-1993 йылдарҙа ¬ Учалы район-ара прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе.
1993-2000 йылдарҙа – Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында баш дәүләт һалым инспекторы.
2000-2002 йылдарҙа – РФ Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында баш дәүләт һалым инспекторы.
2002-2008 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса һалым инспекцияһында бүлек начальнигы, инспекция начальнигы урынбаҫары.
2008-2013 йылдарҙа – РФ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бүлек начальнигы, идаралыҡ етәксеһенең урынбаҫары.
2013-2014 йылдарҙа – РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 40-сы район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.
2014-2019 йылдарҙа – РФ Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе дәүләт учреждениеһының 1-се филиалы директоры.
Рәсәй Федерацияһы дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенең 1-се класлы советнигы. “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән наградланған.
Ф.Мортаев.
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/news/1371099-zamestitelem-ministra-kultury-bashkortostana-naznachena-guldar-khamitova/
Читайте нас: