Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 13:16

Эх, юлдар, юлдар...

Ниндәй генә малай шофер булырға хыялланмай икән?! Элегерәк балалар бигерәк тә шофер һөнәренә ҡыҙыҡҡан бит. Район үҙәгендә йәшәгән Самат Мозафаров та бәләкәй саҡтан руль артына ултырырға хыяллана. Хәҙер ул – тәжрибәле водитель.

Мәктәпте тамамлаған йәш егет Самат армия хеҙмәтенә саҡырыу килмәгәс, үҙе кеүек бер төркөм егеттәр менән, хәрби комиссариатҡа килә.
– Ишек төбөндә тапанған йәш егеттәрҙең фамилияларын атап бөткәс, беҙгә аптырап ҡарап ҡуйҙылар һәм нимәгә бында килеүебеҙ менән ҡыҙыҡһындылар. Беҙ армияға оҙатылған егеттәрҙән һуң тороп ҡалғас, беҙҙе Юлдыбай училищеһына уҡырға ебәрҙеләр, – тип иҫләй Самат Йәнғәле улы.
Бер йыл дауамында уҡып, белем алғас, 1981 йылда армияға саҡырыу ала ул. Ә инде тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, яратҡан һөнәре буйынса эш башлай. 25 йылға яҡын автобуста эшләй ул. Был арауыҡ эсендә Сибай, Магнитогорск, Орск ҡалалырана күпме тапҡыр барғандыр ҙа, күпме саҡрым юл һүткәндер... Иҫләйһегеҙҙер, ул саҡта бит район эсендә лә автобустар күп йөрөп торҙо.
– Тап шул йылдар иҫтә ныҡ ҡалған. Эшемде яратһам да, ауырлығы ла етәрлек булды шул. 90-сы йылдарҙа бигерәк тә, автобус боҙолһа, йүнәтерлек запчастар юҡ, үҙеңә эҙләргә тура килә. Бик ауыр йылдар. Ә бит халыҡ та автобус менән күп йөрөй торғайны. Руль артына ултырҙың икән, һәр ҡайһыһы өсөн яуап бирәһең, урынына тиклем имен-һау алып барып еткерергә кәрәк, – тип һөйләй Самат Йәнғәле улы.
Хәҙер Самат Мозафаров райондың пенсия идаралығында водитель булып эшләй. Хеҙмәттәштәре уның эшенән ҡәнәғәт. Сөнки тәжрибәле водитель эшен ярата һәм белеп башҡара. Шул уҡ юл ҡағиҙәләренә килгәндә лә, абайлыҡты, тәртипте үҙ итә ул.
– Руль артына ултырҙың икән, тәү сиратта, үҙеңде һәм башҡаларҙы ихтирам итергә кәрәктер, тип иҫәпләйем, – ти ул.
Киләһе йыл Самат Мозафаровтың эш стажы 40 йылға тула. Уның үҙ эшенен оҫтаһы булыуы хаҡында идаралыҡ етәкселеге лә билдәләй:
– Йыш ҡына Өфө, Сибай ҡалалары юлдарына сығырға тура килә. Самат Йәнғәле улы үҙен ипле, тәртипле һәм ышаныслы итеп танытып өлгөргән водитель. Шуға ла, юлға сыҡҡанда, тынысмын. Үҙенең ваҡыты менән һынашмай эшләүе лә маҡтауға лайыҡ, – тип билдәләй Рәйлә Рушат ҡыҙы.
– Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр. Был хәҡиҡәтте бушҡа уйлап сығармағандар. Тигеҙ асфальттан елдергән машинаның йылы салонынан тирә-яҡтағы матурлыҡты күҙәтеп барыу кинәнес, әлбиттә. Ә, шулай ҙа, үҙеңә һәм башҡаларға яуаплы булыу шарт, – тип һүҙен тамамлай Самат Мозафаров.
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә именлек, уңышлы сәфәрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: