Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 19:16

Лайыҡлы награда

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләне.

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған тантаналы кисәлә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ауыл хужалығы алдынғыларының ҙур төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан фермер Ишкилде Ямалетдин улы Бикбулатов та бар. Ул Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән наградланды.
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: