Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 14:19

Сертификатһыҙ һөт өсөн – штраф

Ошоғаса бер ҡасан да ветеринария сертификацияһы талап ителмәгән һөт продукцияһы хәҙер электрон документтар менән оҙатыла. Улар Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең (Россельхознадзор) “Меркурий” мәғлүмәт системаһында тултырыла.

Әлеге мәлдә электрон сертификаттар ҡуйыртылған һөткә, аҡ майға һәм сырҙарға ғына тултырылһа, 1 ноябрҙән мотлаҡ ветеринария сертификаты алыу һөткә, һөттән яһалған барлыҡ продукцияға (ҡатыҡ, кефир, йогурт, туңдырма һ.б.) ҡағыласаҡ, йәғни уларҙы етештереү, транспортировкалау һәм һатыу “Меркурий” системаһында теркәләсәк.
Был талапты боҙған етештереүселәр һәм һатыусылар өсөн законда ҙур ғына штрафтар ҡаралған.
“Меркурий” менән нисек эшләү тураһында Россельзохнадзорҙың рәсми сайтында белергә була. Унда был системаны һөтсөлөк тармағында ҡулланыуҙы аңлатҡан видеоролик ҡуйылған. Системаға тоташыу һәм мәғлүмәт биреүҙең урындағы үҙенсәлектәрен Россельхознадзорҙың үҙегеҙгә яҡын төбәк бүлексәһендә аныҡларға була.
Әйткәндәй, Россельхозбанк сайтында яңы талап көсөнә инәсәк көнгә (1 ноябргә) тиклем күпме ваҡыт ҡалыуын күрһәтеп, кире иҫәп алып барыусы счетчик ҡуйылған.
Читайте нас: