Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 11:13

«Һағынғанда яуған ҡарға ҡара»...

2016 йылдың көҙө бик бола килде: йә көтмәгәндә ер өҫтөн ап-аҡ итеп, ҡар яуып һалды, йә, ямғырға әйләнеп, шул сафлыҡты ҡойоға бутап ҡуйҙы. Көҙҙөң һуңғы көндәре ҡар-бурандары менән бергә баш ҡаланан йән өшөтөрлөк хәбәр алып килде – Фәрит ағай Бикбулатов мәрхүм булған...

2016 йылдың көҙө бик бола килде: йә көтмәгәндә ер өҫтөн ап-аҡ итеп, ҡар яуып һалды, йә, ямғырға әйләнеп, шул сафлыҡты ҡойоға бутап ҡуйҙы. Көҙҙөң һуңғы көндәре ҡар-бурандары менән бергә баш ҡаланан йән өшөтөрлөк хәбәр алып килде – Фәрит ағай Бикбулатов мәрхүм булған...
Фәрит ағайҙы мин үҙ ғүмеремдә өс-дүрт тапҡыр ғына күреп ҡалдым. Шул осрашыуҙарымдың иң тәүгеһе, малай ғына саҡтағыһы, күңелгә йылы булып һеңеп ҡалған. Ҡыҙыҡ бит: беҙҙе, бер йылғаның һыуын эсеп, бер үк юлдан йөрөгән күрше генә ауыл кешеләрен, яҙмыш ун саҡрымға тулыр-тулмаҫ Мәҡсүт – Ҡашҡар юлында ла, тау-ҡаяларҙы ярып аҡҡан һалҡын һыулы Йылайыр буйында ла түгел, ә ҙур Башҡортостаныбыҙҙың бөтөнләй икенсе сигендә, мәғрур ҡарағайҙар серен тыңлап, тыныс ҡына аҡҡан Танып буйына килтереп осраштырыуына һаман да ғәжәпләнеп бөтә алмайым.
Беҙ, Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған бер нисә үҫмер, 1968 йылдың йәйендә, каникул осоронда, Краснокама районының Мәнәк исемле мари ауылы янындағы бик боронғо бер ҡәберлектә республикабыҙҙың билдәле археологы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов етәкселегендәге экспедицияла ҡаҙыу эштәре менән булып йөрөйбөҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Мәнәктә эш бөткән ине инде, беҙ өс көн элек үк Иҫәнғол яғына юлға сығырға тейеш инек. Тик бер төндө егеттәр машинаны ағасҡа төкөтөп ҡайттылар ҙа, көнө буйы кувалда менән туҡмай торғас, машинаны әҙәм күҙенә күренерлек хәлгә килтерҙек. Шунан Нияз ағай бушамаҫ булып китте. Беҙ ҡара урманда һомғол ҡарағайҙар араһында бәшмәк йыябыҙ, кистәрен боҫрап ятҡан Танып йылғаһында, йәки түп-түңәрәк кенә төпһөҙ күлдәрҙә балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Әйҙәгеҙ, шул осорҙа минең Нияз ағай тәҡдиме менән яҙа башлаған көндәлеккә күҙ һалайыҡ. Илле йылға яҡын элегерәк булған ваҡиғаларҙың күбеһе минең хәтерҙән юйылып та бара. Ә көндәлек алдашмай...
“10 август, 1968 йыл.
Нияз Абдулхаҡ улы машинала Пшеничнюк (Анатолий Харитонович Пшеничнюк, 1936 йылғы, тарих фәндәре кандидаты, Ырымбур өлкәһендә табылған алтынға иң бай данлыҡлы Филлиповка ҡорғандарын ҡаҙған археолог) отрядына киткәйне, һуңлап ҡына ҡайтты. Улар менән машинала мөләйем аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, йоҡа ғына кәүҙәле, сөм-ҡара ҡуйы сәсле бик һылыу бер ағай ултырып килде. Киске бутҡа менән сәйҙән һуң (беҙ алмашлап үҙебеҙ бешерә инек), Танып буйлап йөрөп килгәс, был ағай беҙҙең малайҙар палаткаһы янына килде. Нияз ағай, бында һинең яҡташтарың да бар, тип «төртөп» ебәргәндер тием, сөнки ул килеп инеү менән беҙҙән ҡайһы яҡтан булыуыбыҙ тураһында һораша башланы.
– Мин Йылайырҙан, – тинем, ағайҙан күҙҙе йәшереңкерәп.
– Һо-о-о, һин минең яҡташ бит. Ҡайһы ауылдан?
– Ҡашҡар.
– Ҡашҡа-а-ар? Кемдең улы?
– Әхмәровтың.
Уйлана биреп торҙо ла:
– Зәбихулла ағайҙыҡыһыңмы әллә? – тимәһенме! Үҙе күҙе менән мине тишеп инеп бара.
– Эйе, – тинем уңайһыҙланып ҡына.
– Һин бит минең уҡытыусыларымдың улы. – Ағай ғәжәпләнеү ҡатыш ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. – Әсәйең мине беренселә уҡытты. Хәреф танырға Ынйы апай өйрәтте. Улай булғас, һин Юлай булаһыңдыр? Шулаймы?
Хәҙер мин аптырауға ҡалам. Эйе, минең Юлай исемле ағайым булған. Был турала мин үҙем дә яңыраҡ ҡына кеше аша яҙа-йоҙа ишетеп ҡалғайным. Уны был ағай ҡайҙан белә икән?
– Юҡ, ағай, 1949 йылғы Юлай исемле ағайым бәләкәй генә сағында ҡыҙылса менән ауырып үлеп ҡалған. Мин – уның ҡустыһы, Фәрит булам.
– Бына һиңә! Беҙ аҙаштар ҙа булып сыҡтыҡ та баһа!..”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәлек ошо урында өҙөлгән. Бүтән яҙыу юҡ. Шулай ҙа йоҡоһоҙ төндәрҙә уйланып ята торғас, Фәрит ағай менән, башты күтәреп ҡараһаң, кәпәс төшөп китерлек бейек ҡарағайҙарға, Танып буйында тыныс ҡына уйланып ятҡан көҙгө кеүек зәңгәр күлдәргә һоҡланып, оҙаҡ ҡына йөрөгәнебеҙ иҫкә төштө. Уның беҙгә Бөрйән районындағы бейек бер ҡая башында күмәкләп киноға төшөүҙәре тураһында хисләнеп һөйләгәне хәтергә һеңеп ҡалған. Бейегәнме, йырлағанмы – белмәйем, һорамағанбыҙ. Ул ваҡытта мин Фәрит ағайҙы Башҡортостан телевидениеһының дикторы итеп тә, йырсы итеп тә белмәй, ябай бер яҡташым, атай-әсәйемдең йөҙәрләгән уҡыусыларының береһе тип кенә белә инем. Мин 17-се йәш менән барғанмын, ә уға ике көн элек (8 августа) 32 тулған булған.
Ошо осрашыуға тиҫтәләгән йылдар үтте. Институт тамамлап, Баймаҡта, Түбә руднигында эшләп йөрөйөм. Ялға тыуған ауылыма ҡайтҡанмын. Кис, еләҫләгәс, ҡарындаштарым магнитофон әйләндерә. Күкрәгенән һарҡып сыҡҡан тетрәндергес моңо менән йөрәкте өтөп, бер ир йырлай. Ишек алдындағы асыҡ ҡаҙанлыҡта аш бешереп йөрөгән әсәйем дә, туҡтап, һушы китеп тыңлап торған икән.
– Кем йырлай ул? – тип һорай, ғәжәпләнеп.
– Кем булһын, Фәрит ағай ҙа баһа! Мәҡсүттән. Бикбулатов.
– А-ай... Бала саҡта йырламай инесе ул. Апаһы Мәликә йырлай ине...
Тәүге осрашыуға егермеләп йыл үткәс кенә мин уның йырсы икәнен белдем.
Әсәйем Ҡашҡарҙа үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына Фәрит Бикбулатовты тыңлар өсөн генә барҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниңәлер ағайыбыҙ сәхнәгә сыҡманы. «Әллә Фәритте нығыраҡ һыйлап ташланылар инде, күрә алмай ҡалдым», – тип оҙаҡ үкенеп йөрөнө.
Беҙ йыш ҡына, донъяла алыштырғыһыҙ кеше булмай, тип ҡабатларға яратабыҙ. «Юҡ шул, алыштырғыһыҙ кешеләр ҙә була», – тип ҡаршылаша күңел. Йыл да, ябалаҡлап ҡарҙар яуған һайын, Фәрит ағайҙың:
«Һағынғанда яуған ҡарға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам», – тигән юлдары хәтергә төшә. Был йөрәк өҙгөс йырҙы бүтәндәр ҙә йырлар, һис һүҙһеҙ йырлар. Ләкин замандаштарымдың күбеһе ошо йырҙы Фәрит Бикбулатовтыҡы, тик уныҡы ғына итеп ҡабул итер һәм уны һағыш менән иҫкә алыр тип уйлайым.
Беҙ һағындыҡ та инде һине, Фәрит ағай!
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Аралбай ауылы.
Читайте нас: