Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 11:36

Был фотоһүрәткә – 14 йыл

Был фотоһүрәткә – 14 йыл. 2005 йылдың сентябрь урталарында тыуған яғына сираттағы ҡайтыуында Фәрит ағай Бикбулатов “Ауыл уттары” гәзитенең ул саҡтағы мөхәррире, йырсының ауылдашы Ильяс Такаловтың саҡырыуы буйынса редакцияға килгәйне. Башҡорт гәзитен сығарыусылар мөхәррир кабинетына йыйылдыҡ.

Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов менән ошо ҡыҫҡа ғына осрашыу ваҡытында беҙ күберәген уның бала сағы, йәшлек осоро менән ҡыҙыҡһындыҡ. Фәрит ағай үҙе лә шундайыраҡ әңгәмәне көткәндәй, беҙҙең һорауҙарға яйлап, тәфсирләп яуап бирҙе. Беҙ уның ижади уңыштары, еңеүҙәре, уның йырҙарын яратыусыларҙың ихтирамын һәм һөйөүен нисек яулауы тураһында һорашмаһаҡ та (сөнки былар тураһында былай ҙа күп яҙылған, радио, телевидение аша күп һөйләнелгән ине инде), Фәрит ағайҙың ихлас хәтирәләренән ябай ауыл малайының оло сәнғәткә нисек юл ярыуын, нисек сәхнә йондоҙона, меңәрләгән кешенең кумирына әйләнеүен аңланыҡ.
Осрашыу аҙағында бөтәбеҙ ҙә ҡултамғаларыбыҙҙы ҡуйып, аҙашы Фәрит Рәмовтың “Яҙмыштарҙа йылдар ауазы” тигән китабын (унда Ф.Бикбулатов тураһында ла һүрәтләмә бар) бүләк иттек, “Фәрит Бикбулатов йырлай!” тигән һүҙҙәрҙе тағы ла оҙаҡ-оҙаҡ йылдар ишетергә насип булыуын теләнек.
Фәрит МОРТАЕВ.
Барис Солтанов фотоһы.
Читайте нас: