Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 10:58

Бына һиңә мә!

Кисәге көнгә тиклем шоферлыҡ танытмаһын алыу йәки алмаштырыу өсөн медицина справкаһы алыу 720 һум тора ине. Бөгөндән уларҙың хаҡы ете тапҡырға артасаҡ.

Кисәге көнгә тиклем шоферлыҡ танытмаһын алыу йәки алмаштырыу өсөн медицина справкаһы алыу 720 һум тора ине. Бөгөндән уларҙың хаҡы ете тапҡырға артасаҡ.
Шулай итеп, водитель танытмаһын алыу өсөн медицина тикшереүе үтеүе хәҙер илдә уртаса 5570 һумға төшәсәк. Ә справка анализдарҙың һөҙөмтәһен алғас биреләсәк. Уларҙы тикшереү ваҡыты иһә 14 көнгә тиклем һуҙылыуы ихтимал, тиҙәр.
Һөҙөмтәлә хәҙер шоферлыҡ танытмаһын алыу күпкә ҡатмарлыраҡ һәм ҡиммәтерәк буласаҡ. Өҫтәүенә медицина комиссияһында шоферлыҡҡа кандидаттар һәм ун йыл үткәс водитель танытмаһын алмаштырырға килгәндәр үҙенең наркоман һәм эскесе түгеллеген иҫбатлау өсөн ҡанға һәм бәүелгә анализ бирәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, медицина белешмәһен алыу өсөн бер түгел, ике тапҡыр наркодиспансер юлын тапарға тура киләсәк.
Читайте нас: