Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 13:25

Фликер ҡотҡара

Республикала теркәлгән юл фажиғәләре тураһында радио, телевидениенан күп һөйләйҙәр хәҙер. Ҡыш осоронда бигерәк тә йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осраҡтары арта. Бының сәбәбе лә ябай: күптәр фликерһыҙ, ҡара төҫлө кейемдә йөрөй, ошо арҡала водителдәр йәйәүлене күрмәй ҡала.

Эңер иртә төшә шул, эшкә, мәктәпкә ашыҡҡанда ла, ҡайтҡан ваҡытта ла – ҡараңғы, етмәһә, буранлап та тора. Тап ошо ваҡытта кәрәк тә инде үрҙә телгә алынған фликерҙар.
Фликер (яҡтылыҡ ҡайтартҡыс) – йәйәүлеләрҙе алыҫтан күрһәткән ялтырауыҡ билдә генә түгел. Ул кешене иғтибарлы булырға өндәй. Бигерәк тә балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә ҡағыла был. Әлбиттә, кейем етештереүселәрҙең күбеһе хәҙер куртка-ветровкаларҙы матур һәм уңайлы итеп тегеп кенә ҡалмай , уларҙа яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтар - һүрәттәр, төрлө һыҙаттар ҡуллана. Кейем һайлағанда тап шундай моделдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки фликерҙарҙы үҙегеҙ һатып алып, сумкаға, курткаға, санаға, коляскаларға, велосипедтарға йәбештереп ҡуйығыҙ. Сөнки тап яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтарҙы ҡулланыу ҡараңғыла йәйәүлеләрҙең транспорттан тапалыу хәүефен 6,5 тапҡырға кәметә!
Читайте нас: