Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 18:10

Туристар иғтибарына!

Сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы? Улайһа, киләһе яңылыҡ һеҙҙе ҡыуандырасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указында раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектына ярашлы республикала өр-яңы туристик портал ғәмәлгә инде.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яңы ресурста туристик маршруттар тураһында ғына түгел, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, баш ҡалабыҙҙағы төп иҫтәлекле урындар хаҡында ла мәғлүмәттәр тупланған. Айырым ҡушымтала сәфәрҙәрҙе ойошторған туроператорҙар күрһәтелгән.
Порталдың адресы - visitrb.ru. Төп сәхифәлә “Инстаграм"ды биҙәрлек ерҙәр”, “Башҡорт сувенирҙары”, “Башҡортостан хазиналары”, “Тау саңғыһы курорттары”, “Башҡортостан туроператорҙары”, “Өфө буйлап әкрен сәфәрҙәр”, “Башҡортостан мәҙәниәте”, “Туристик маршруттар”, “Милли аш-һыу” кеүек темалар бар.
Читайте нас: