Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 17:40

“Вечный зов”тағы күпер ремонтланасаҡ

Уҙған быуаттың 70-се, 80-се йылдарында төшөрөлгән билдәле кинотаҫма – “Вечный зов” фильмын әле лә яратып ҡарайбыҙ. Уның тап Башҡортостанда төшөрөлөүе лә республика халҡы өсөн оло бер ғорурлыҡ.

Бына ошо фильмда күрһәтелгән иҫке күперҙең яҙмышы тураһында һуңғы арала күп яҙҙылар, һөйләнеләр. Ә эш бына ниҙә: Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе алыҫ 30-сы йылдарҙа металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған.Һуңғараҡ 550 метрлыҡ ҡоролма ташландыҡ хәлгә төшә. Һуңғы бер нисә йылда унан хатта үтеп йөрөргә лә тыйғандар.
Көҙ көнө интернет киңлектәрендә күперҙе һүтәсәктәр икән тигән хәбәр таралғайны. Йәмәғәтселек быға ҡырҡа ҡаршы төшөп, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. Был мәсьәлә “Ҡала мөхите сәғәте”ндә ҡаралды, ошонда уҡ яр буйын төҙөкләндереү проектын башларға һәм күперҙе тергеҙеү буйынса бөтә мөмкин варианттарҙы ла тикшерергә тигән ҡарар сығарылды. Ошонан һуң Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Белоретҡа барып, кәңәшмә үткәрҙе.
Белгестәр һанауы буйынса, күперҙе тергеҙеү өсөн 30-50 миллион һум аҡса талап ителә.
Читайте нас: