Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 12:50

Водитель таныҡлығы алырға теләүселәр иғтибарына!

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының имтихан эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе урынбаҫары Николай Гиляков белдереүенсә, ЮХХДИ водитель таныҡлығына имтихандың теоретик өлөшөн үҙгәртергә йыйына.

Бында һорауҙар һанын арттырыу, шулай уҡ штраф балдарын алып ташлау күҙ уңында тотола. Имтиханға автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү нигеҙҙәренә ҡағылышлы һорауҙарҙан тыш, психология, медицина пункттарын да индерергә уйлайҙар икән. Һәр категорияла айырым имтихан блогы төҙөргә кәрәк, ти белгестәр.
Яңылыҡ 2020 йылдың октябренән индерелә. Үрҙә телгә алынғандарҙан тыш имтихандар үткәреү маршруттары ла үҙгәрәсәк. Имтихан алыусының хәрәкәт барышында йүнәлеште үҙе һайлауы ихтимал.
Читайте нас: