Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 13:35

Ҡышҡы боҙға ышаныс юҡ

Ҡыш – хәүефле осор. Айырыуса көндәрҙең берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе мөмкин. Ошо ваҡытта ҡышҡы боҙға ла һис ышаныс юҡ.

Өфө эргәһендәге Козарез ауылы менән фанера – плитә комбинаты араһына яҡын Ағиҙел йылғаһында фажиғә булған.
Асыҡланыуынса, Ағиҙелгә иртән балыҡ ҡармаҡларға тип килгән өс ир бәләгә тарый. Инде ҡайтабыҙ тигәндәрендә боҙ сатнап, икәүһе һыуға сума. Өсөнсөһө, иптәштәренә ярҙамға ашыға. Балыҡсыларҙың береһен һыуҙан алып сыға, әммә икенсеһен ҡотҡара алмай, сөнки аяҡ аҫтында боҙ ярыла башлай. Бәләгә тарыған иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн ярҙан кәмә килтерәләр ҙә ул, тик һуң була. Балыҡсы һыуҙа ярты сәғәт торғандан һуң боҙ аҫтына китә. Ҡотҡарыусыларға ваҡытында хәбәр итергә булған шул...
Читайте нас: