Уға ярашлы, юл идаралығы — техник хеҙмәтләндереү, метрологик оҙатыу һәм комплекстарҙың бәйләнеш каналдары өсөн түләү, Эске эштәр министрлығы — административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡарарҙар сығарыу, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты фотоматериалдарҙы эшкәртеү һәм ҡарарҙарҙы почта аша ебәреү өсөн яуаплы. Юл хәрәкәтен боҙоусыларҙың штрафы Башҡортостандың Юл фондына килә.
Шулай итеп, 6 декабрҙән Башҡортостандың федераль трассаларында 59 фотовидеотеркәү камераһы эшләй башлаған, өс көндә 2078 материалды эшкәртеүгә ебәрҙек, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
Республика юлдарында әле бөтәһе 305 камера эшләй. Йыл аҙағына уларҙың һаны 540 берәмеккә етәсәк. Ә киләһе йылда улар меңдән ашыу буласаҡ.