Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 18:40

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм буран хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 11 декабрҙән 12-нә тиклем республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, урыны менән буран, юлдарҙа көрт, көньяҡта – бер аҙ ҡар. Көндөҙ бер аҙ ҡар, урыны менән буран. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 9-14 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,-7, урыны менән -7,-12.
Автомобиль юлдарында урыны менән көрт һалыуы көтөлә, ҡарҙа, буранда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.
Читайте нас: