Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 17:25

Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге

Йыш ҡына шундай һорау килеп тыуа: ни өсөн балалар юл-транспорт фажиғәһенә эләгә? Уйлап ҡараһаң, яуап ябай ғына һымаҡ: әгәр бала үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында юл-транспорт фажиғәһендә йәрәхәт алған икән, тимәк, бала үҙе ғәйепле.

Тик “бала ғәйебе” тигән төшөнсә юҡ. Балалар ҡатнашлығында юл фажиғәһе булған икән, бында беҙ, өлкәндәр, нимәгәлер иғтибар биреп, уларға нимәнелер өйрәтеп еткермәгәнебеҙ, хатта “юл ҡанундарын” боҙоп булыуын үҙебеҙ үк күрһәткәнбеҙҙер ҙә әле. Йыш ҡына балаларҙың юлда йәрәхәт алыуҙары уларҙың күрәләтә юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарына өлкәндәрҙең илтифатһыҙ ҡалыуы арҡаһында була.
Бала өсөн юлда үҙ-үҙеңде тота белеү уның теләү-теләмәүенән тормай. Юл хәрәкәтендә ул иң һаҡланмаған ҡатнашыусы, күп осраҡта баланың юлда үҙен тотошо юлдағы хәлде үҙенсә аңлауынан тора. Шуға ла балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеген тәү сиратта беҙ, өлкәндәр – ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм транспорт сараларының водителдәре генә тәьмин итә алабыҙ.
Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге нимәнән башлана? Әлбиттә, юлдағы хәлде дөрөҫ баһаларға, урамда тәртипле булырға өйрәтеүҙән, иғтибарлылыҡ тәрбиләүҙән. Шәхси өлгө – бала өсөн иң аңлайышлы өйрәтеү формаһы. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр һеҙ үҙегеҙ юл ҡағиҙәләрен боҙаһығыҙ, балағыҙ ҙа шулай эшләйәсәк!
Йылайыр районының дәүләт автоинспекцияһы.
Читайте нас: