Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 16:30

Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы

Башҡорт теле көнө Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары һәм республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән Радий Хәбиров осрашты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә урындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре стратегик сессияла 300-ҙән ашыу тәҡдим индерҙе.
«Башҡорт теле көнө ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип ышанам. Беҙгә телде үҙләштереүҙе үҙгәртеү мөһим. Уны көсләп тағырға түгел, киреһенсә, ошо телдең ниндәй матур, боронғо һәм аҙағынаса өйрәнелмәгән икәнен күрһәтергә кәрәк. Туған телде республикала өйрәнеүҙән тыш, уны Башҡортостандан ситтә лә үҫтереү зарур. Башҡорт теле республика сиктәренән сыҡһын,матур, тәрән аҡыллы башҡорт мәҡәлдәре башҡорт телендә аралашҡан һәр кемдең һүҙлек запасына, рәсәйҙәрҙең ҡулланылышына инһен өсөн беҙгә бергәләп уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Башҡорт теле аҙналығы» эстафетаһын үткәреү, туған телдә мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу, ауыл театрҙарын үҫтереү, йәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә йәлеп итеү, район һәм ҡала ҡоролтайҙарына ярҙам күрһәтеү кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Фото: https://glavarb.ru/
Читайте нас: