Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 13:25

Ҡайҙа хәмер һаталар, хәбәр ит!

Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер һәр кем “Хәүефһеҙ мөхит» порталында хәмерҙе законһыҙ һатыу урындары хаҡында хәбәр итә ала. Бының өсөн махсус мөрәжәғәт формаһын тултырырға кәрәк. Артабан уларҙы власть органдары вәкилдәре ҡарай.

Сайт быйыл «Асыҡ Республика» проекты сиктәрендә әҙерләнгән. Уның төп бурысы – Башҡортостан халҡына район, ҡала, тотош республика тормошондағы аныҡ проблемаларҙы күрһәтеү мөмкинлеге биреү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ялған алкоголь һатыуҙы “халыҡҡа ҡарата геноцид” тип атап, бутлегерҙарға ҡаршы көрәш иғлан иткәйне. Халыҡ был саҡырыуҙы көткән кеүек кенә, бар тарафтарҙа сходтар. йыйылыштар башланды.
Башинформ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Май аҙағында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерҙе. Магазиндарҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем (элек киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине) иҫерткес эсемлектәр һатырға ярамай.
Бынан тыш, Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм һабантуй уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу тыйылды. Яңы йыл байрамдарында ла сикләүҙәр индерелә.
Читайте нас: