Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2019, 17:30

Суррогат етештереүселәр өсөн – 50 мең һум, һатыусылары өсөн – 2 мең һум!

Властарҙың был тәүәккәл аҙымы ошо аҙнала төп хәбәрҙәрҙең береһенә әйләнде. Законһыҙ спиртлы эсемлектәр етештереүселәр һәм уларҙың тауарын һатыусылар хаҡында етди бәхәстәр ҡупты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров, был хаҡта: “Дошман, мин был һүҙҙән ҡурҡмайым, хәйләкәр һәм мәкерле саҡта ошондай аҙым яһарға тура килә. Бөгөн суррогат спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан кешеләр һәләк булғанда беҙ элмәкте нығыраҡ тартабыҙ. Ялған араҡы етештереүселәр хаҡында хәбәр итеүселәргә 50-шәр мең һум түләй башлайбыҙ”.
Читайте нас: