3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Шул уҡ ваҡытта пенсияларҙы һәм пособиеларҙы, почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе, гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратыу өсөн ауылда ҡайһы бер почта бүлексәләренә икенсе эш режимы булдырылыуы мөмкин.
Байрам көндәрендә пенсиялар һәм пособиелар Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеүенә ярашлы таратыласаҡ.