Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2019, 13:50

Һаҡ булығыҙ!

Аҙаҡҡы ваҡытта снюс хаҡында күп һөйләйҙәр. Ул ялтырауыҡ тышлы “кәнфит” формаһында ла һатыла икән. Абай булыр кәрәк!

Бөгөн снюстар йәки никотинлы ҡатнашмалар аҙыҡ-түлек магазиндарында ирекле һатыла. Ҡағыҙ пакеттағы порошоктар «кәнфит» йәки һағыҙҙы хәтерләтә.
Ғәмәлдә ул тәмәкенән баш тартырға теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән, әммә бөгөн ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары уны эйфория, наркотиктың иҫерткес хисен тойоу өсөн ҡулланырға тотонған.
Башты бутаусы «кәнфит»тәрҙә никотин дозаһы бик ҙур, тәмәке менән сағыштырғанда ун тапҡырға күберәк. Иң мөһиме, снюстар ағыуланыу, хатта үлемгә тиклем килтереүе ихтимал.
Читайте нас: