Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2020, 17:20

150 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылған

Башҡортостан юлдарында быйылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылған да инде.

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, тәүге комплекстар Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Нефтекамала һәм Ағиҙелдә эшләй башлаған. Уларҙың бөтәһе лә тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй икән.
Ҡалған 459 комплекс бар ерҙә лә 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ошо проект ярҙамында Башҡортостанда юл фажиғәләрен 3,5 тапҡырға кәметеү маҡсаты ҡуйылған.
Видеотеркәү комплекстары ҡуйылған урындар тураһында мәғлүмәтте “Башинформ” агентлығының сайтына инеп табырға мөмкин.
Читайте нас: