Был 2019 йылдың яңы йыл каникулдары (185) менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ. Янғындарҙың сәбәбе генә, йылдағыса, бер төрлө: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалын ҡулланыу, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Ошо150 янғында биш кешенең ғүмере өҙөлгән, икәүһе төрлө тән йәрәхәттәре алған, ә бер йыл элек 20 кеше янғын ҡорбаны булған, 9 кеше зыян күргән.
Иң мөһиме, балалар үлеменә һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмаған.