Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 17:15

“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 декабренән 1459-р һанлы бойороғона ярашлы, 2020 йылдың 13 ғинуарынан 14 февраленә тиклем районда “Ҡаргиҙәр” операцияһы уҙа. Маҡсаты – юлһыҙ ерҙән йөрөгән мотосараларҙы файҙаланыу барышында ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү.

“Ҡаргиҙәр” операцияһының төп бурыстары:
– төҙөк булмаған, кешенең ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү хәүефе булған, шулай уҡ билдәләнгән ваҡытта дәүләт техник тикшереүе үтмәгән ҡаргиҙәрҙәрҙе файҙаланыуҙы тыйыу;
– тейешле тәртиптә теркәлмәгән, водителенең тракторсы-машинист таныҡлығы йәки таныҡлығында юлһыҙ ерҙән йөрөгән мотосаралар менән идара итеүгә рөхсәт биреүсе билдәһе булмаған ҡаргиҙәрҙәрҙе файҙаланыу осраҡтарына юл ҡуймау.
Йылайыр районы буйынса дәүләт техник надзор инспекцияһы юлһыҙ йөрөгән мотосараларҙың техник торошон тикшереү буйынса маршрут төҙөнө һәм операция барышында ошо маршрут буйынса эшләйәсәк.

Р.ҠАШҠАРОВ,

БР Дәүләт техник

надзор инспекцияһының

Йылайыр районы

буйынса секторы

мөдире.

Читайте нас: