Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 16:35

Көндәр һалҡыная...

Ҡар-бурандарға алмашҡа Башҡортостанға йәнә һыуыҡтар килә. Бөгөн, йәғни 5 февралдә, һауа температураһы түбәнәйә башлай. Төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17 градусҡаса, көндөҙ -4,-9 градус була. Көндәр һыуыныуына Баренц диңгеҙенән үтеп ингән һалҡын һауа сәбәпсе.

Башгидромет хәбәр итеүенсә, 6 февралдә төньяҡ райондарҙа төндә термометр бағанаһы -12,-17 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -5,-10 градус һалҡын булыуы көтөлә, республиканың көньяғында төндә -3,-8, көндөҙ 0,-5 градус күҙаллана.
Температура фоны Яйлап февралгә хас күрһәткестәргә яҡынлаша.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһы көндөҙ -11, төндә -20 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Читайте нас: