Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 12:10

#Өйҙә студенттар форумы

Нисек йәштәрҙең сит төбәктәргә китеүен кәметергә? Ситтә уҡыған студенттарҙы нисек Башҡортостанға кире ҡайтарырға? Аҡыллы баштар үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн ниндәй шарттар тыуҙырыу мөһим?

Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға баш ҡалала үткән беренсе студенттар форумында яуап эҙләнеләр. Өйҙә тип исемләнгән сарала ҡатнашырға илдең төрлө төбәктәре, донъяның 14 ҡалаһы, республика уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар, эш биреүселәр һәм төрлө тармаҡ ведомстволары вәкилдәре саҡырылған.
Әле генә республика сәхнәләрендә йырлап йөрөгән Гәлсәр бөгөн ил баш ҡалаһы студенты. Йырға әүәҫ ҡыҙ һәләтен тотош донъяның иң абруйлы музыкаль уҡыу йорттарының береһендә камиллаштырырға булған. Хәҙер ул Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының беренсе курс студенты һәм республиканан ситтә белем алыуҙы хуп күргән 4 мең ярымдан ашыу студенттың береһе.
Сәнғәт өлкәһендә үҙебеҙҙә уҡып та һуңынан ситкә китеүсә белгестәр күп. Сәхнәлә ныҡлы баҫып торған артистар ҙа йыш ҡына сит төбәк тамашасыһын һайлай. Был иһә республикала бирелгән белемдең сифатына ла бәйле. Беҙҙең студенттар ҙур һорау менән файҙалана, ти белгестәр.
Тап ошо ҙур һорау республиканың киләсәген хәүеф аҫтына ҡуя ла инде. Бигерәк тә техник фәндәрҙе өйрәнеүсе йәштәр, авиация, машиналар эшләү, ауыл хужалығы белгестәре күпләп ситкә китә.
Шул уҡ ваҡытта күп кенә студенттар үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Иң мөһиме эре ҡалаларҙа ҡалыу. Юғары хеҙмәт хаҡы, эш урындарының булыуы тыуған ергә ҡайтыу өсөн төп шарт, ти йәштәр.
Ситтә уҡыған студенттар менән бәйләнештең булмауы ла мәсьәләне киҫкенләштерә генә. Эш биреүселәр ҡайҙа, ниндәй белгестәр уҡыуын да белмәй. Мәскәү һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан студенттары ассоциацияһы был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш башлаған.
Форумда төрлө өлкәләр, хатта ҡитғаларҙа белем алыусы 9 йөҙҙән ашыу студент ҡатнашты. Улар 11 секцияға бүленеп фекер алышты. Йыйында сит төбәктәрҙә уҡыусы яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш ойоштороу, эш урындары булдырыу, йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү, фәнни-тикшеренеү, ижади потенциалды асыҡлау юлдары барланды. Мәскәү өлкәһенә эш сәфәре барышында бәйләнешкә сыҡҡан республика етәксеһе был йәһәттән хөкүмәткә махсус план төҙөргә ҡушыуын белдерҙе.
Башҡортостанға йәштәрҙе ҡайтарыу өсөн әле үк түләүле стажировкалар, гранттар, дәртләндереү саралары эшләй. Эшкә урынлаштырыу, торлаҡ һатып алыуға төрлө ташламалар ҡаралған. Киләсәктә был мөмкинлектәр артасаҡ ҡына.
Читайте нас: