Транспортта йөрөтөү тыйылған һәм алыҫта йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына өйҙә диспансеризация үткәреү өсөн белгестәр бригадаһы — хирург, окулист, ортопед, невролог, уролог, кардиолог килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хеҙмәтләндереү айлығында бригадалар 4 806 тапҡыр барҙы. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына — 173 тапҡыр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға — 360, тыл эшсәндәренә — 1 706, тол ҡатындарға – 857, блокадалы Ленинградта йәшәгәндәргә — 26, концлагерь тотҡондарына — 41.Ветерандар льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә, улар адрес буйынса илтеп тапшырыла, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
1 ғинуарға ҡарата, республиканың медицина ойошмаларында 700 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм 309 инвалид, 17 641 тыл эшсәне, 6 144 тол ҡатын, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән 90 кеше, 93 элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно диспансер иҫәптә тора.