Ләкин алымдар кешелекле булырға тейеш. Хәҙер һау-сәләмәт берәҙәк хайуандарҙы стерилләштерергә һәм элекке йәшәү урынына ҡайтарырға, ә үлемесле сиргә дусар булғандарын мәжбүри йоҡлатырға кәрәк. Уҫалдары менән ҡатмарлылаҡ. Уларҙы тәбиғи мөхиткә сығарыу хәүефле, ә эвтаназияға дусар итеү – кешелекһеҙлек. Бындай хайуандарҙы ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға тейештәр. Ошо эш властың муниципаль органдарына йөкмәтелә, был финанслау күләмен яңынан ҡарауҙы талап итә.
Бынан алда берәҙәк хайуандар һанын көйләүгә республика бюджетынан йылына 63,4 миллион һум бүленде. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн биш тапҡырға күберәк – йылына 320 миллион һум самаһы кәрәк. Өс йылға иҫәпләнгән бюджетта бындай аҡса ҡаралмаһа ла, депутаттар законды ҡабул итте. Хәҙер Финанс министрлығы уны ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлергә тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында.