Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 18:45

Ҡоролоҡҡа ла, ҡоротҡостарға ла бирешмәй

Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары вирусһыҙ бәрәңгенең яңы сорттарын сығарыу буйынса ҙур эш алып бара.

Ошо көндәрҙә уйлап табылғандарҙы "Эрвел", "Агата НС", "Ирәндек" тип атағандар. Яңы сорттар Волга буйы федераль округы климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға бирешмәүе менән айырылып тора. «Эрвел» сортының тамыр системаһы ҡеүәтле, шуға күрә уға ҡоролоҡтан, ҡоротҡостарҙан хәүеф янамай.

«Агата НС» менән «Ирәндек» сорттары крахмалға, С витаминына бай. Тәүгеһенең уңдырышлылығы гектарынан 20 тоннаға тиклем етә. Университеттың баш ғилми хеҙмәткәре Денис Андрианов әйтеүенсә, был ике сорт механик һәм йылылыҡ менән эшкәрткәндән һуң да үҙҙәренең тәүге үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡала. Улар сит ил орлоҡтарынан 12 процентҡа осһоҙораҡ. Был импортҡа алмашты һиҙелерлек арттырыу, бәрәңгенең яҡшы сорттары орлоғон етештереүҙе йыл һайын 30 мең данаға еткереү мөмкинлеген бирәсәк.

Әле “Эрвел” патент алырға әҙерләнә, ә “Агата НС” менән “Ирәндек” селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индереү өсөн тапшырылған. Бөгөн аграр университет ғалимдарының тағы дүрт бәрәңге сорты дәүләт сорт һынауҙарын үтә.

Был асыштар "Фән" милли проекты бурыстарына ярашлы алып барыла.

Читайте нас: