Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2020, 18:45

Тәүге тапҡыр үткәрелә

Беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡта дзюдо буйынса Рәсәй ярыштары ойошторола. 13 февралдә ҡалалағы Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында – Рәсәйҙең дзюдо (ката) буйынса Рәсәй беренселеге, ә ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында ошо уҡ спорт төрө буйынса ил чемпионаты үткәрелә.

Ярыштарҙа Мәскәү ҡалаһынан һәм өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән өлкәләренән, республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 150 спортсы ҡатнашасаҡ.
Ошо уҡ көндө татамиға 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар, егеттәр сығасаҡ һәм “нагэ-но-ката”, “катамэно-ката” дисциплиналары буйынса көс һынашасаҡ.
15-16 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында дзюдо (ката) буйынса “нагэ-но-ката”, “катамэ-ноката”, “дзю-но-ката” дисциплиналарында чемпионат үткәрелә.
Был сараларҙың ойошторолоуы ошо спорт төрҙәренең үҫеше, балалар спортының киң йәйелдерелеүе, был төр буйынса шөғөлләнеүселәрҙең спорт оҫталығын арттырыу, камиллаштырыу, илдең иң көслө спортсыларын билдәләү өсөн бик кәрәк. Өҫтәүенә дзюдо аша кеше сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа йәлеп ителә. Үрҙә әйтелгән ярыштарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдарына ярашлы, “Демография” милли проекты һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә үткәрелә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортан

Фото: sterlitamak.ru.
Читайте нас: